+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
16 Ноября 2022, 05:15

Эремсекле запеканка

Был тәмлекәсте әҙерләү өсөн беҙгә 500 грамм эремсек, 2 йомортҡа, 1 ҡап ванилин, 100 грамм шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс, 3 аш ҡалағы манный ярмаһы кәрәк буласаҡ. Теләк буйынса йөҙөм дә ҡулланырға мөмкин.

Эремсекте блендер менән иҙгәс, ҡалған ингредиенттарҙы һалып миксер ярҙамында болғатабыҙ. Был ҡабарып бешһен өсөн кәрәк.

Запеканка 140 градус самаһы эҫелектә, 40 - 50 минут бешә.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас