+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
22 Ноября 2022, 11:45

Эремсекле бәлеш

Быны әҙерләү өсөн беҙгә 3 стакан он, ярты стакан шәкәр, 1/4 сәй ҡалағы сода, 100 грамм аҡ май кәрәк буласаҡ.

Эремсекле бәлешЭремсекле бәлеш
Эремсекле бәлеш

Эслек өсөн ярты килограмм эремсек, ярты стакан шәкәр, өс йомортҡа, бер семтем ванилин китә.
Тәүҙә аҡ майҙы бәләкәй киҫәктәргә бүлгеләп, шәкәр менән бергә ыуабыҙ. Унан сода өҫтәйбеҙ.
Артабан эремсекте иләк аша үткәреп, йомортҡа, шәкәр менән бергә туғыйбыҙ. Форманы майлап, ярты ҡамырҙы йәйәбеҙ. Өҫтөнә эслекте һалғас, ҡамырҙың икенсе яртыһын ҡушабыҙ. Мейесте 220 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт бешерәбеҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: toratau.ru

Фото: vkusnyblog.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас