

Кәбеҫтәне ваҡ итеп турарға, тоҙ һалып ҡул менән ныҡ итеп иҙергә. Һуғанды эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Кәбеҫтә һәм һуғанға кефир, йомортҡа, он, ҡамыр күперткесте ҡушып яҡшылап бутайбыҙ.
Кәбеҫтәне ваҡ итеп турайбыҙ, тоҙ һалып ҡул менән ныҡ итеп иҙәбеҙ. Һуғанды эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Кәбеҫтә һәм һуғанға кефир, йомортҡа, он, ҡамыр күперткесте ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ кеүек килеп сыға. Кәрәк булһа он өҫтәгеҙ. Табала көнбағыш майын ҡыҙҙырып, ҡамырҙы талғын утта ике яҡлап алһыуланып бешкенсе тотабыҙ. Әҙер ҡоймаҡтарҙы ҡағыҙ ашъяулыҡҡа һалабыҙ. Табынға ҡаймаҡ менән ҡайнар йәки һалҡын килеш ултыртһаң да була.
Сығанаҡ һәм фото: toratau.ru