

Беҙгә 1 стакан маный, ярты литр һыу, 2 - 3 аш ҡалағы он, 1 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә кәрәк буласаҡ. Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып, ҡаймаҡ ҡуйылығана тиклем болғатып, 1,5 - 2 сәғәткә йылы урынға әсетергә ҡуйырға.
Ҡамыр әҙер булғас, ярты литр ҡайнаған һөт, ярты сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 - 2 йомортҡа һытып өҫтәйбеҙ. Шунан ҡыҙған майлы табала бешерәбеҙ.
Бик тәмле, йомшаҡ, ҡабарып торған ҡоймаҡ килеп сыға.
Сығанаҡ һәм фото: ejansura.ru