

Уны әҙерләү өсөн беҙгә өс йомортҡа, стакан ярым һөт, 200 грамм маргарин, бер стакан шәкәр, ике стакан он, тоҙ, сода, ванилин кәрәк.
Маргаринды утта иретәбеҙ ҙә уға йомортҡа, шәкәр, тоҙ, сода, ванилин, он өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ. Ҡамыр шыйығыраҡ булырға тейеш. Ондо һалып бөтмәҫкә лә мөмкин. Шунан вафли бешерә торған махсус табала йылытабыҙ. Эсен майлап, ҡатнашманы һалабыҙ.
Әҙер вафлиҙарҙы эҫе көйөнсә төрөргә лә мөмкин. Ризығыбыҙ әҙер.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ: bashgazet.ru
Фото: mycdn.me