+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
11 Декабрь 2022, 18:50

Ныҡ тәмле ваҡ бәлештәр!

Ҡамыры бик йомшаҡ һәм тәмле була.  Төрлө бәлештәр әҙерләргә мөмкин. Күп ваҡыт талап итмәй, сөнки ҡамыры сөсө. Ҡамыр баҫҡас та, шунда уҡ теләгән бәлештәреңде әҙерләп, бешерергә ҡуяһың. Артып ҡалғанын һыуытҡысҡа һалып торорға мөмкин.

Кәрәк буласаҡ: 1 литр һатыуҙағы кефир (ойоған һөт тә мөмкин), 1 балғалаҡ аш содаһы, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан (200 грамм) көнбағыш майы, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо.

Барыһын да бергә болғарға ла, самалап иләнгән он ҡушып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға. Ваҡ бәлештәр өсөн эслек эшләгән арала, таҫтамал менән ҡаплап торорға.
Эслек өсөн: 500 грамм һыйыр итенән фарш, 1 баш һуған, 5 - 6 эре булмаған картуф, самалап тоҙ, ҡара борос, саҡ ҡына көнбағыш майы һәм саҡ ҡына ҡайнар һыу ҡушырға.

Ваҡ бәлештәрҙе 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30 минут самаһы бешерергә кәрәк.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас