+21 °С
Дождь
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
12 Декабря 2022, 07:20

Ит менән йәшелсәнән – тәмлекәстәр

Кәрәк буласаҡ:  300 грамм фарш,  3  картуф, уртаса 1 кишер, саҡ ҡына кәбеҫтә, 1 баш һуған. Фарштан башҡа барыһын ҡырғыс аша үткәрергә. 

Артабан 4 аш ҡалағы өйөбөрәк манный ярмаһы (он да мөмкин), тоҙ, борос, 2 йомортҡаны ҡушып, барыһын бергә болғатабыҙ.

Фарштан йомарламдар әүәләп майлы табаға һалғас, ҡапҡасын ябып бешерергә.

Табаны башта ныҡ ҡына ҡыҙҙырып алырға кәрәк. Талғын ғына утта бешереп алырға, тигеҙ бешһен өсөн йомарламдарҙы әйләндереп торорға онотмағыҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас