

Ике аш ҡалағы тоҙға ярты балғалаҡ борос, дәрсен, шул уҡ самала онталған лаврҙы бергә бутап, шуның менән ҡаҙҙың эсен дә, тышын да ышҡырға кәрәк. Түшкәне таман ғына һауытҡа һалып, өҫтөнә сыҡҡансы алма һутын ҡойорға, әгәр һут етмәһә, һыу өҫтәргә була. Әҙерәк әскелтерәк булһын өсөн лимон һуты һығыла.
Төнгөлөккә йәки ун сәғәт тирәһе һыуытҡыста тоторға. Икенсе көн ҡаҙ түшкәһе һутынан һарҡытылып, эсен самалап тоҙлағас, унда ҡара емеш һәм һыйғансы туралған алма тултырыла. Һуңынан ул ныҡ еп менән тегелә. Ебе өҙөлөп, эсендәге алма-емештәр таралмаһын өсөн аяҡтары ла тарттырып бәйләнә.
Шунан ҡаҙҙы духовкаға оҙатабыҙ. 200 градусҡа тиклем эҫелектә яҡынса 1 сәғәт тотҡандан һуң алып, эҫе һыу өҫтөндә (водянная баня) әҙерләнгән шыйыҡса (бер ҡалаҡ бал һәм һөт өҫтө) менән ҡаҙҙы бөтә яғынан һылап сығырға кәрәк. Унан һуң инде ҡаҙҙы тағы ла ярты сәғәт бешерәбеҙ.
Бешкәнен белер өсөн бысаҡ менән сәнскеләп ҡарағыҙ, әгәр төҫһөҙ шыйыҡса сыҡһа, ҡаҙ әҙер тигән һүҙ.
Алма, лимон киҫәктәре һәм эсендә бешкән йәшелсә-емештәр менән биҙәп ултыртһағыҙ, был ризыҡ табындың йәме булыр!
Сығанаҡ: nazir1965.
Фото: justhelpus.ru