+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
17 Декабрь 2022, 11:50

Был ҡамыр һәр саҡ уңыр

Тиҙ генә әҙер була торған, һәр төрлө ризыҡ бешерергә яраған ҡамыр рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Ҡамыр өсөн кәрәк: бер стакан кефир, ярты стакан көнбағыш майы, бер балғалаҡ (5-6 грамм) ҡоро сүпрә, бер балғалаҡ тоҙ, бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо, өс стакан самаһы он.

Әҙерләү барышы: кефирға көнбағыш майын ҡушып, әҙерәк йылытабыҙ, тоҙ менән шәкәр өҫтәйбеҙ, иләнгән ондо сүпрә менән болғатабыҙ, ондоң өҫтөнә яйлап кефирҙы ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ябып, ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр ҡалҡҡансы эслек әҙерләйбеҙ. Майлы табаға әҙер бәлештәрҙе, күмәстәрҙе теҙеп сығабыҙ. Мейес йылынғансы, 10 минут тирәһенә ҡабартырға ҡуябыҙ. Артабан бәлеш өҫтөнә туғылған йомортҡа һөртөп сығабыҙ.

Мейестең ҡыҙыулығына ҡарап, өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ. Был ҡамырҙан йәнегеҙ теләгән ризыҡ бешерергә була: пицца, бәлештәр, күмәстәр, бөйөрөктәр. Ҡамыр һәр ваҡыт уңа. Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: toratau.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас