

Ул пластилин кеүек килеп сыға. Ошо ҡамырҙы ун өлөшкә бүлеп, йәйеп, ҡыҙған табала ҡоймаҡ бешергәндәге кеүек ике яғын да әйләндереп бешереп алырға.
Крем өсөн 500 миллилитр һөттө ҡайнатырға. Яртыһына 300 грамм шәкәр, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ крахмал, 3 ҡалаҡ он, бер ҡап ванилин һалып болғатырға, ҡалған һөттө ҡойорға һәм ҡуйырғансы бешерергә. Һыуынғас, кремға 200 грамм аҡ май һалып, туғырға һәм йәймәләргә һылап, тортты йыйырға.
Илфирә АҠҠУЖИНА.
Сығанаҡ һәм фото: aulut.ru