+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
17 Декабря 2022, 20:15

“Яңы йыл битлеге” салаты

Тиҙҙән Яңы йыл байрамы! Һеҙҙе төрлө салаттар рецебы ҡыҙыҡһындыралыр, моғайын. Һеҙгә үҙенсәлекле салат тәҡдим итәбеҙ. Кәрәк буласаҡ: 300-350 грамм тауыҡ ите, 100 грамм сыр, уртаса ҙурлыҡтағы сөгөлдөр һәм кишер.

“Яңы йыл битлеге” салаты“Яңы йыл битлеге” салаты
“Яңы йыл битлеге” салаты

Соус өсөн: 200 миллиграмм майонез, 30 грамм онталған грек сәтләүеге, 2 тырнаҡ  һарымһаҡ, тәменә ҡарап борос, тоҙ.
Биҙәү өсөн кәрәк: гранат емештәре, укроп, петрушка.

Бешкән тауыҡ итен ваҡ итеп турайбыҙ. Бешкән сөгөлдөр менән кишерҙе таҙартып, уртаса ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Унан салатты биҙәй башлайбыҙ.

Тәрилкәгә күҙ формаһын ҡалдырыр өсөн ике стакан ҡуябыҙ. Шунан тәүге ҡатҡа тауыҡ итен һалабыҙ, артабан соус һөртәбеҙ. Өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ. Яртыһына сөгөлдөр, ҡалған яртыһына кишер һалабыҙ. Табын алдынан стакандарҙы  алырға онотмағыҙ.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас