+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
18 Декабря 2022, 07:05

«Яңы йыл» салаты

 Кәрәк буласаҡ: 300 грамм тауыҡ ите, 5 йомортҡа, 150 грамм ҡара емеш, 100 грамм  әстерхан  сәтләүеге, 100 грам сыр, майонез һәм  тәменә ҡарап тоҙ.

«Яңы йыл» салаты«Яңы йыл» салаты
«Яңы йыл» салаты

Тауыҡ итен бешереп алғас, һыуытабыҙ, шунан ваҡ итеп турайбыҙ. Йомортҡаның ағынан һарыһын айырып,  ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сәтләүекте блендер менән иҙәбеҙ. Ҡара емеште турайбыҙ. Сырҙы ла ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ.

Тәрилкә төбөнә тауыҡ итен  һалып, самалап тоҙ һибәбеҙ һәм майонез һөртәбеҙ. Шунан өҫтөнә йомортҡа һарыһын, артабан  ҡара емеш, сыр, сәтләүек, йомортҡа ағын  һалабыҙ. Һәр ҡатҡа йоҡа ғына итеп майонез һөртөп барабыҙ. Сәғәт телдәрен бешкән кишерҙе ҡырҡып яһайбыҙ. Ә сәғәт һандарын йоҡа ҡына итеп майонез ағыҙып яҙабыҙ.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас