+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
19 Декабрь 2022, 11:55

Эремсекле тәмлекәс

Әйҙәгеҙ, сәйгә эремсекле тәмлекәс (сочник) бешереп алайыҡ. Ҡамыр өсөн беҙгә түбәндәге ингредиенттар кәрәк буласаҡ: 

210 грамм он, 100 грамм аҡ май (йә маргарин), 50 грамм шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, 1/4 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс һәм самалап тоҙ.
Эслек өсөн: 200 грамм эремсек, 40 грамм шәкәр, 30 грамм он, 20 грамм ҡаймаҡ, 1 йомортҡа һарыһы.
Ҡамыр баҫып йәйергә лә түңәрәк формалар менән ҡырҡырға. Һәр түңәрәктең эсенә эслек һалып, ярымтүңәрәк итеп бөкләргә. Килеп сыҡҡан ярымтүңәрәктәрҙе майланған табаға һалып, 200 градуста 20 минут самаһы бешереп алабыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас