+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
22 Декабрь 2022, 06:00

Ныҡ тәмле ҡамыр!

Кәрәк буласаҡ: 1 балғалаҡ сүпрә, 1 стакан һөт,  1 аш ҡалағы көнбағыш майы,  1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 100 грамм аҡ май йәки маргарин,  2 йомортҡа,  3 - 4 стакан он һәм самалап тоҙ.     

Бер балғалаҡ сүпрәне ҡабартып алып, бер стакан һөткә һалабыҙ. Шунан көнбағыш майы, шәкәр ҡомо,  аҡ май йәки маргарин,  йомортҡа һәм тоҙҙо  самалап һалғас, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр әҙер булғас, шыптырға һалып, артыҡ һауаһын сығарырға һәм бәйләргә кәрәк. Артабан ҡабартырға 2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Хәҙер төрлө бәлештәр өсөн тәмле ҡамыр әҙер!

 

Мәрйәм Миңлеғолова.

 

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас