+20 °С
Болотло
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
22 Декабрь 2022, 11:35

Тултырылған өйрәк

Яңы йыл табынына тәмле тултырылған өйрәк рецебы тәҡдим итмәксебеҙ. 

Тултырылған өйрәкТултырылған өйрәк
Тултырылған өйрәк

Беҙгә бер өйрәк, 4-5 алма, 50 грамм грек сәтләүеге, 50 грамм йөҙөм, 1 балғалаҡ дәрсен (корица), 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 1 балғалаҡ ҡара борос, 1-2 балғалаҡ ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән имбирь, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы лимон һуты, самалап тоҙ кәрәк була.

Йыуып киптерелгән өйрәкте эсле-тышлы тоҙ менән ышҡып сығабыҙ. Лимон һуты, имбирь, иҙелгән һарымһаҡ, борос, үҫемлек майын ҡушып, бергә болғатабыҙ. Уның менән өйрәктең эсен-тышын һөртөп сығабыҙ. Алмаларҙың эсен алып ташлап, 4 өлөшкә бүләбеҙ. Уға ваҡланған грек сәтләүеген, йөҙөмдө, дәрсенде ҡушып болғатабыҙ һәм өйрәктең эсенә һалабыҙ. Эслек тышҡа сыҡмаһын өсөн ярылған урынды теш таҙартҡыстар менән беркетәбеҙ йә тегеп ҡуябыҙ. Артабан өйрәкте бешереү өсөн махсус шыптыр эсенә һалабыҙ һәм бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Уны оҙағыраҡ тотҡан һайын  яҡшы итеп маринадлана һәм ите йомшаҡ, тәмле була. Духовканы 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ ҙа өйрәкте  75 минут бешерәбеҙ. Унан ипләп кенә алып,шыптырҙан сығарырға ла яңынан духовкала тышы алланғансы тағы 15-20 минут тотабыҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас