Уны һуйып таҙалағас та, йәки туңдырғыстан алып та ҡаҡларға мөмкин. Ҡаҙҙы йыуып таҙалағас, эсле-тышлы тоҙҙо йәлләмәй тоҙларға. Теләгән кеше, һарымһаҡ та ҡуллана. Бының өсөн тәүҙә һарымһаҡты ваҡлап турарға һәм уның менән ышҡығас, берәй сәғәткә ҡалдырырға. Һуңынан ғына тоҙлайһың. Бер түшкә ҡаҙ өсөн яҡынса 300-350 г тоҙ кәрәк. Тоҙ яҡшылап һеңһен өсөн бер нисә көнгә ҡараңғы, һалҡын урынға ҡалдырырға мөмкин. Кемдең мөмкинселеге бар, ҡаҙҙы муйыл ағасын яндырып, ыҫлап та алырға мөмкин.
Һуңынан уны марляға йәки йоҡа сепрәккә төрөп, ҡояш төшкән, ел һуға торған урынға элергә. Ҡояш яҡшы ҡыҙҙырғанда 2-3 көндә, йәки ҡаҙ майы үтә күренмәле була башлаһа, ул әҙер, тигән һүҙ.
Шуныһын иҫтә тоторға кәрәк, ҡаҡланған ҡаҙҙы һыуытҡысҡа ҡуйырға ярамай, юғиһә тәме “китә”. Ҡояшлы урын да ярамай – кибәсәк.
Сығанаҡ һәм фото:
hakmar.ru