+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
28 Декабря 2022, 08:00

Эсе тултырылған төрлө тарталҽткалар

Һеҙгә   тарталеткаларҙы тултырыу, йәғни биҙәү ысулдарын тәҡдим итәбеҙ. Улар Яңы йыл байрамы өҫтәленең бер биҙәге булыр әле. Әйҙәгеҙ,  һеҙ ҙә әҙерләп ҡарағыҙ, дуҫтар!

Бешкән тауыҡ итен ваҡ итеп турап, ҡырғыс аша үткәрҽлгән сыр, майонез, укроп һалып бутайбыҙ ҙа тарталеткаларға тултырабыҙ. Өҫтөн зәйтүн ҽмеше, петрушка менән биҙәйбеҙ.

Бешкән сөгөлдөр, самалап сыр, 2 йомортҡа, 2 - 3 тырнак һарымһаҡты ваҡ ҡырғыстан үткәрҽп, майонез менән бутайбыҙ. Укроп, йәшел һуған менән биҙәргә мөмкин.

Һатыуҙағы краб таяҡсалары , консервланған кукуруз, йомортҡа, тоҙ, борос һәм майонез ҡушып, бергә бутайбыҙ. Икра, мәк орлоҡтары менән биҙәргә була.

Шулай уҡ өҫтөн үҙегеҙсә биҙәргә мөмкин. 

Сығанаҡ һәм фото: файҙалы кәңәштәр.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас