+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
30 Декабрь 2022, 08:30

Телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләнгән ит!

Кәрәк буласаҡ: 1 килограмм һөйәкһеҙ ит, 2 помидор, 200 грамм сыр, 3 тырнаҡ һарымһаҡ.

Телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләнгән ит!Телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләнгән ит!
Телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләнгән ит!

Маринад өсөн һут әҙерләү: 1 ҡалаҡ лимон һуты, 2-3 ҡалаҡ соя соусы, 1 ҡалаҡ гәрсис,  2 ҡалаҡ үҫемлек майы.

Әҙерләү ысулы: тигеҙ ит киҫәген һайлайбыҙ. Итте телемләп киҫәбеҙ. Маринадлы һутты  иткә яҡшылап  һөрткәс, тоҙ, борос һибәбеҙ. Шунан 10-12 сәғәткә маринадлы һутта тотабыҙ.

Помидор менән сырҙы нәҙек итеп теләбеҙ. Һарымһаҡты ваҡлайбыҙ. Иттең һәр бер телеменә помидор, сыр һәм һарымһаҡ һалып сығабыҙ. Теләһәгеҙ, бәшмәкте телгеләп һалырға була.

Итте фольгаға төрөп, 180-200 градустағы эҫелектәге мейестә 50-60 минут тоторға. Бешеп сыҡҡас, ризыҡты укроп, петрушка менән биҙәргә мөмкин.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас