+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
5 Ғинуар 2023, 07:05

Бризоль

Кәрәк буласаҡ:1 тауыҡ филеһы, 3 йомортҡа, 30 грамм һөт (2,5 процентлы), 40 грамм сыр, 80 грамм ҡаймаҡ, 20 грамм укроп, 1 баш бәләкәй һуған, 10 грамм үҫемлек майы һәм тәменә ҡарап тоҙ.

БризольБризоль
Бризоль

Тауыҡ филеһын ваҡ итеп турағас, тәмләткестәр һибеп, һуған менән ҡыҙҙырабыҙ.
Йомортҡаға һөт, тоҙ ҡушып, өс ҡоймаҡ бешерәбеҙ.
Сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ.
Ҡаймаҡҡа тоҙ, тәмләткестәр, укроп һалып, соус эшләйбеҙ.
Артабан ҡоймаҡҡа соус һөртөп, сыр, ҡыҙҙырылған тауыҡ итен һалып,  рулет һымаҡ төрәбеҙ.

Сығанаҡ: файҙалы кәңәштәр.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас