+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
6 Ғинуар 2023, 08:35

Фарш менән запеканка

Кәрәк буласаҡ: 700 грамм фарш, 4-5 картуф,  200 грамм сыр, 3-4 помидор, 2 баш һуған,  майонез, 1  ҡалаҡ тоҙ һәм тәмләткестәр.

Фарш менән запеканкаФарш менән запеканка
Фарш менән запеканка

Майланған табаға фаршты һалабыҙ. Өҫтөнә помидорҙы теҙгәс,  майонезды һөртөп, йоҡа итеп теленгән картуфты һалабыҙ. Шунан өҫтөнә тоҙ һәм тәмләткестәр һибәбеҙ.
Артабан фольга менән ҡаплап, 200 градус эҫелектәге духовкаға ҡуябыҙ. Әҙер булырға биш минут ҡалғас,  өҫтөнә сыр һибәбеҙ.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас