+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
9 Ғинуар 2023, 06:55

Кәбеҫтә бәлеше

Беҙгә 500 грамм кәбеҫтә, 3 йомортҡа, 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы майонез, 6 аш ҡалағы он, 1 балғалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс кәрәк буласаҡ.  

Кәбеҫтә бәлешеКәбеҫтә бәлеше
Кәбеҫтә бәлеше

Әҙерләү ысулы: кәбеҫтәне ваҡлайбыҙ, тоҙлайбыҙ һәм ҡул менән иҙәбеҙ. Йомортҡаны туғыйбыҙ һәм башҡа ингредиенттар ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Форманы майлап, кәбеҫтәне һәм ҡамырҙы һалабыҙ.180 градусҡа ҡыҙҙырылған духовкала 30 минут бешерәбеҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас