-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
11 Ғинуар 2023, 15:10

Чебурек бешерәйек әле!

Ҡамыр өсөн 4 стакан он, 1,3 стакан һыу (320 миллилитр), 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, ярты сәй ҡалағы тоҙ кәрәк буласаҡ.

Чебурек бешерәйек әле!
Чебурек бешерәйек әле!

Эслек өсөн 700 грамм фарш,ит турағыстан үткәрелгән 350 грамм һуған, һарымһаҡ, 1/3 стакан ҡатыҡ, тоҙ, борос алына.Уларҙы бергә ҡушып бутайбыҙ.

Һыуға тоҙ, май һалып ҡайнатып сығарырға. Уға шунда уҡ ярты стакан он ҡушып, яҡшы итеп болғатырға. Төйөр ҡалмаҫҡа тейеш. Утты һүндерергә. Артабан йомортҡа һәм ҡалған ондо ҡушып ҡамыр баҫырға. Әҙер ҡамырҙы  1 сәғәткә һалҡын урынға һалып торорға кәрәк. Һуңынан уны өлөштәргә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәймә йәйергә.
Йәймәнең бер яҡ яртыһына фарш һалырға һәм икенсе яртыһы менән ҡапларға. Ситтәрен бөкләргә. Чебуректы ҡыҙҙырылған майҙа ике яҡлап бешереп алырға.
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Сығанаҡ һәм фото: toratau.ru
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: