Беренсе ҡатҡа бауырҙы ҡырғыстан үткәреп һалабыҙ, майонез һылайбыҙ.
Икенсе ҡатҡа ҡыҙҙырылған һуған һалына.
Артабан тоҙло ҡыярҙы һаламлап турап һалабыҙ.
Киләһе ҡатҡа майҙа ҡыҙҙырылған кишер һалабыҙ, майонез һөртәбеҙ.
Шунан йомортҡаның ағын ҡырғыстан үткәреп өҫтәйбеҙ, тағы майонез һөртәбеҙ.
Ә иң өҫкә йомортҡаның һарыһын ыуабыҙ.