-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
15 Ғинуар 2023, 14:30

Бөйөрөктәр өсөн универсаль ҡамыр

Был ҡамыр ҡулға йәбешмәй, өҫтәүенә һәр ваҡыт уңып бешә. Төрлө эслек менән бешереү өсөн дә ҡулай.

Бөйөрөктәр өсөн универсаль ҡамыр
Бөйөрөктәр өсөн универсаль ҡамыр

Ҡамыр өсөн дүрт стакан он, ике аш ҡалағы шәкәр, ½ сәй ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, ярты литр һөт, бер ҡап ҡоро сөпрә кәрәк.

Сөпрәгә аҙ ғына йылы һөт, шәкәр өҫтәп, ҡалҡыуын көтәбеҙ. Артабан бөтә булған ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан һыуытҡыстан сығарып үҙегеҙ теләгәнсә эслек һалабыҙ.  Бөгөн мин еләк ҡулландым. Ҡамыр ҡулға йәбешмәй, бик йомшаҡ була, һәр ваҡыт уңып бешә. Төрлө эслек менән бешереү өсөн дә ҡулай. 

Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, бөйөрөктәрҙе ярты сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: