+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
15 Ғинуар 2023, 22:55

Эре генә, ауыҙҙа иреп торған тәмлекәс

Кәрәк буласаҡ: 6 йомортҡа (яҡшылап күпертергә онотмағыҙ), 100 миллиграмм һөт, ярты балғалаҡ ҡабартҡыс (разрыхлитель), бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо (өйөп түгел), бер семтем тоҙ һәм  иләнгән он.

Әҙерләү ысулы: барыһын ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ килеп сығырға тейеш. Йомшаҡ булһа ла, ҡулға йәбешмәһен. Өҫтөн ҡаплап, бер аҙ ял иттерәбеҙ. Ҡамыр ял иткәндә, икенсе һауытҡа үҫемлек майы һалып, ҡайнатып сығарабыҙ ҙа һыуытып алабыҙ.

Ҡамырҙы ваҡ киҫәктәргә бүлеп, бауҙар яһайбыҙ. Шунан 3 - 4 сантиметр оҙонлоҡта киҫеп сығабыҙ.

Артабан майҙа алһыу төҫкә ингәнсе, болғата-болғата бешерәбеҙ. Бауырһаҡты һалып бешерә башлағанда май бик һалҡын да, бик ҡайнар ҙа булмаҫҡа тейеш. Бешкән  берен тишекле һауытҡа һалып, майынан һарҡытабыҙ. Һыуынғас, шәкәр оно (пудра) һибеп, табынға бирәбеҙ.

 

Сығанаҡ  һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: