+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
17 Января 2023, 05:35

Картуфтан кәтлит

Беҙгә 10-12 картуф, ике йомортҡа, ике аш ҡалағы аҡ май, ике аш ҡалағы он йәки сохари онтағы, бер баш һуған, дүрт аш ҡалағы ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ һәм йәшел тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.

Картуфтан кәтлитКартуфтан кәтлит
Картуфтан кәтлит

Картуфты әрсеп бешерергә. Һыуын һарҡытҡас, ҡайнар көйө иҙергә. Еңелсә һыуынған картуфҡа сей йомортҡа, ҡыҙҙырылған һуған һалып яҡшылап бутағас, кәтлиттәр яһарға. Онда йәки сохари онтағында әүәләгәс, ике яҡлап әҙер булғансы ҡыҙҙырырға. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан май йәки ҡаймаҡ ҡойоп, йәшел тәмләткестәр һибергә.

 

Сығанаҡ һәм фото: toratau.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас