+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
19 Января 2023, 07:50

Лимон пирогы

Ҡамыр өсөн 1 стакан йылы һөт, 1 йомортҡа, 10 грамм сүпрә, 180 грамм аҡ май кәрәк буласаҡ. 

Лимон пирогыЛимон пирогы
Лимон пирогы

Бөтәһен дә бергә баҫып бутарға, ҡамыр ҡулға йәбешмәҫлек булғансы он һалып баҫырға (яҡынса 200 грамм китә), семтем тоҙ, бер аҙ шәкәр ҡомо ҡушырға кәрәк.


Эслек өсөн: 1 лимон, 1 әфлисун, 1 стакан шәкәр ҡомо алына.

Табаға ҡамыр йәйеп ҡуябыҙ, эслек һалабыҙ. Унан тағы ҡамыр, тағы эслек. Һуңынан ҡамыр менән өҫтөн ябабыҙ. Уртаса утта өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: ejansura.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас