

Маринад өсөн: бер сәй ҡалағы шәкәр, ике аш ҡалағы һыу, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы һеркә.
Тәүҙә маринад әҙерләйбеҙ. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турап һауытҡа һалабыҙ. Уға шәкәр, тоҙ, һыу, һеркә өҫтәп, һәйбәтләп бутайбыҙ ҙа 10-15 минутҡа ҡалдырабыҙ.
Краб таяҡсаларын, ветчинаны шаҡмаҡлап киҫәбеҙ. Йомортҡаларҙы бешереп, ағын һарыһынан айырып ҡырабыҙ.
Артабан салатты ҡатлап һала башлайбыҙ. Беренсеһенә – ҡырылған сыр, майонез. Икенсе ҡат – йомортҡаның һарыһы. Өсөнсөһө - маринадланған һуған, шунан - краб таяҡсалары. Алманы әрсеп, ҡырып, краб таяҡсаларының өҫтөнә һалабыҙ. Етенсе ҡат – ҡыҙҙырылған, блендер менән ваҡланған арахис. Шунан ҡырылған йомортҡаның ағын икегә бүлеп, береһенә майонез өҫтәп һалабыҙ. Икенсе яртыһын уның өҫтөнә һибәбеҙ. Салатты йәшеллек менән биҙәп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Сығанаҡ һәм фото: haibh.ru