+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
24 Ғинуар 2023, 13:20

Итле бәлеш рецебы

Итле бәлеш тәмле лә, туҡлыҡлы ла. Эслек өсөн ит (тауыҡ, өйрәк, һарыҡ, хатта фарш та ярай), картуф, һуған, тоҙ, бер аҙ борос кәрәк. 

Итле бәлеш рецебы
Итле бәлеш рецебы
Ит, картуф, һуғанды шаҡмаҡлап турап, тоҙ, борос һибеп болғатабыҙ. Иретелгән май йәки маргарин, һөт, әҙерәк һыу, бер йомортҡа, самалап аш содаһы, тоҙ ҡушып сөсө ҡамыр баҫабыҙ. Уны ике өлөшкә бүләбеҙ. Йоҡа йәймә эшләп табаға һалабыҙ. Өҫтөнә эслекте тигеҙ итеп йәйеп, икенсе йәймә менән ҡаплайбыҙ. Ситтәрен матур итеп йәбештереп ҡуябыҙ. 35-40 минут бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: