-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
26 Ғинуар 2023, 13:20

Һоло печеньеһы

Тәмле, еңел һәм тиҙ әҙерләнә торған печеньены бешереү өсөн беҙгә 2 йомортҡа, 170 грамм һоло ярмаһы, 100 грамм шәкәр, 100 миллилитр көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы крахмал, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, семтем тоҙ һәм әҙерәк ванилин кәрәк. 

Йомортҡаларға семтем тоҙ, шәкәр, ванилин ҡушып, яҡшылап туғырға. Көнбағыш майы, ҡамыр йомшартҡыс, крахмал һалырға. Һоло ярмаһын да ҡушҡас, ҡамыр әҙер. Һоло ярмаһын вағынан, тиҙ әҙерләнә торғанынан алығыҙ. Теләгәндә сәтләүек, арахис, йөҙөм, шоколад киҫәктәре ҡушырға була.
Берәр аш ҡалағы менән ҡамырҙы сифатлы пергамент ҡағыҙына йә силикон япмаға ара ҡалдырып теҙеп сығырға.
180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 10-15 минут бешерергә. Тәмлекәстәр тулыһынса һыуынғас, тәмләп сәй эсергә лә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: vk.com

Фото: avenue.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: