

10 аш ҡалағы онға 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 5 аш ҡалағы майонез, 2 йомортҡа ҡушып, яҡшылап бутағыҙ. Майлы табаға ошо шыйыҡ ҡамырҙы ҡоябыҙ һәм өҫтөнә колбаса, помидор турап һалабыҙ. Тағы ҡырылған сыр өҫтәйбеҙ. Пиццаны газға ҡуябыҙ. 2-3 минутҡа ҡапҡас менән ябып торабыҙ ҙа шунан ҡапҡасын асабыҙ. Тағы 5-7 минуттан пицца әҙер. Уның әҙерлеген сырҙың иреп бөтөүенә ҡарап билдәләп була.
Аштарығыҙ – тәмле, йорттарыбыҙ йәмле булһын!
Сығанаҡ: hakmar.ru
Фото: kolbasa.ru