+24 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
29 Января 2023, 06:30

“Күгәрсен һөтө” торты

Торттың корждары өсөн 3 йомортҡа, 180 грамм шәкәр ҡомо,  130 грамм он, 2 аш ҡалағы какао порошогы, бер семтем сәй содаһы, ярты стакан ҡайнаған һыу талап ителә.

Суфле өсөн 33 процентлы 250 грамм ҡаймаҡ, 3 йомортҡа, 170 грамм шәкәр кәрәк.

Тәүҙә корждарҙы бешереп алабыҙ. Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып, миксер менән туғыйбыҙ ҙа һуңынан һыу өҫтәп, йәнә яҡшылап болғатабыҙ.

Килеп сыҡҡан массаны формаға һалып, 170 градусҡа тиклем йылынған мейескә ҡуйып, 35 минут бешереп алабыҙ. Ул һыуынған арала суфле яһайбыҙ. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырып алабыҙ ҙа шәкәр ҡушып, миксер менән туғыйбыҙ. Ҡаймаҡты ла айырым һауытта миксер ярҙамында болғатабыҙ. Һуңынан ике массаны бергә ҡушып, ҡалын итеп корж өҫтөнә һылайбыҙ һәм һыуытҡысҡа 1 – 2 сәғәткә ҡуябыҙ.

Торт әҙер. Фантазияғыҙға ҡарап, тәмлекәсте матур итеп биҙәп тә ҡуйһағыҙ була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас