+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
31 Ғинуар 2023, 06:15

Манты бешереп алайыҡ!

Ҡамыр баҫыр өсөн кәрәк буласаҡ: 1 стакан ҡайнаған һыу, 4 ҡалаҡ он,  1 ҡалаҡ майонез, 1 балғалаҡ тоҙ,  2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы.

Манты бешереп алайыҡ!Манты бешереп алайыҡ!
Манты бешереп алайыҡ!

Ҡамыр баҫабыҙ: 1 стакан ҡайнаған һыуға  4 ҡалаҡ он (куберәк тә ярай) һалып болғарға. Ул һыуынған арала икенсе һауытҡа майонез,  тоҙ, йомортҡа һәм үҫемлек майын һалғас, стакандағы онло һыуҙы ҡушып ҡамыр баҫырға.

Эслек өсөн ит, һуған һәм картуфты һәр кем үҙенсә самалап һала. Әйткәндәй, ит менән һуғанды бер күләмдә һалһаң, тәмле һәм һутлы була. 

 

Гөлизә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас