

Әҙерләү ысулы:
1. Һөткә һеркәне ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Шунан 10 минутка ҡалдырып, әсетәбеҙ. Был ысул ҡамыр ризыҡтары бешергәндә ҡул аҫтында кефир булмаһа, бик кәрәк ысул ул.
2. Йомортҡаны шәкәр ҡомы менән яҡшылап туғыйбыҙ.
3. Әсетелгән һөттө һалабыҙ, бер семтем тоҙ ҡушабыҙ. Тоҙ һалмаһағыҙ ҙа була.
4. Әҙләп он, соданы һалып, әкренләп болғатабыҙ. Миксер менән түгел.
5. Әҙер ҡамыр артыҡ ҡуйы булмай.
6. Ҡыҙған майлы табала бешерәбеҙ.
Лилиә Фәтхулова, Сорғот ҡалаһы.
Фото: vk.com