+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
3 Февраль 2023, 09:20

Манный ярмаһынан тәмле ҡоймаҡ

Был тәмле ҡоймаҡты бешерер өсөн беҙгә ярты литр кефир, 2 стакан манный ярмаһы, 2 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо кәрәк.

Манный ярмаһынан тәмле ҡоймаҡМанный ярмаһынан тәмле ҡоймаҡ
Манный ярмаһынан тәмле ҡоймаҡ

Барыһын бергә болғатып 15 - 20 минутҡа ҡалдырырға.

Артабан  стакан ярым он, ярты сәй ҡалағы сода, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушып, 0,7 литрлы банка тирәһе ҡайнар һыу ҡойоп, ныҡ ҡына бутағыҙ. Ул күпереп китер. Әгәр йоҡараҡ ҡоймаҡ кәрәк икән, тағы ла ҡайнар һыу өҫтәргә мөмкин.

Сығанаҡ һәм фото: toratau.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас