+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
5 Февраль 2023, 10:40

Бананлы ҡоймаҡ

Бананлы ҡоймаҡ бешереү өсөн 60 грамм һөт, 300 грамм банан, бер йомортҡа, 100 грамм он, 30 грамм үҫемлек майы, тоҙ талап ителә.

Бананлы ҡоймаҡ
Бананлы ҡоймаҡ

Йомортҡаны тоҙ менән туғырға. Унан сәнске менән иҙелгән бананды ҡушып болғатырға. Йылымыс һөт, артабан он ҡушып, тағы ла яҡшылап туғырға. Ҡамыр ҡаймаҡ шыйыҡлығында килеп сығырға тейеш.

Ҡыҙған табаға бәләкәс кенә түңәрәктәр рәүешендә ҡоймаҡтар ҡоябыҙ. Табынға ҡаймаҡ, бал, ҡайнатма менән бирелә.

Сығанаҡ һәм фото: toratau.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: