+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
9 Февраль 2023, 12:30

Картуф таяҡсалары

Был таяҡсаларҙы мейестә бешерергә лә, майҙа ҡыҙҙырырға ла була. Яҡындарығыҙ тағы ла бешереүегеҙҙе үтенәсәк.

Картуф таяҡсалары
Картуф таяҡсалары

Был ризыҡты әҙерләү өсөн 3 - 4 уртаса картуфты таҙартып, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Һыуын түгеп, иҙәбеҙ ҙә бер аҙ һыуытып, 1 йомортҡа, 50 грамм аҡ май, 50 грамм сыр, самалап тоҙ, борос, 150 грамм он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Уны бер аҙ ял иттерәбеҙ.

Ҡамырҙы 1 сантиметр ҡалынлыҡта йәйеп, таяҡсалар ҡырҡабыҙ. Уларҙы майлы табаға теҙеп, мейестә, 180 градуста 20 - 25 минут бешерәбеҙ. Майҙа ҡыҙҙырырға ла була.

Табынға үҙегеҙгә оҡшаған соус менән бирегеҙ – яҡындарығыҙ, һис шикһеҙ, бындай таяҡсаларҙы йәнә бешереүегеҙҙе үтенәсәк.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: ejansura.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: