+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
11 Февраль 2023, 07:20

Тауыҡ итенән рулет

Был ризыҡты әҙерләү өсөн беҙгә 1 тауыҡ, 2-3 йомортҡа, ярты ҡыҙыл борос, сыр, тоҙ, борос, йәшел үләндәр кәрәк буласасаҡ. Борос һәм сыр урынына ҡара емеш, күрәгә һалырға ла була.

Тауыҡ итенән  рулетТауыҡ итенән  рулет
Тауыҡ итенән рулет

Тауыҡтың түш итен урталай киҫеп, һөйәгенән айырып алырға. 2 киҫәк ит сыға.
Филе ите булған өлөшөн урталай киҫергә.
Иттең өҫтөн салафан төргәк менән ҡаплап, махсус сүкеш ярҙамында бер аҙ йомшартып алырға кәрәк.
Йомортҡаларҙы сәнске менән туғып, ҡоймаҡ итеп бешереп алырға, боросто, сырҙы оҙонса итеп киҫергә.
Иткә сама менән тоҙ, борос һибергә. Иттең өҫтөн ҡоймаҡ менән ҡаплап, бер яғына борос менән сырҙы һалғас, рулет итеп төрәбеҙ. Артабан уны аҙыҡ-түлек плёнкаһы менән яҡшылап уратырға, остарын бәйләргә кәрәк. 1 тауыҡтан 2 рулет сыға.

Ҡайнар һыуҙа 45 минут бешерергә. Бер нисә урындан энә менән тишеп алырға.
Әҙер рулеттың өҫтөнә һыуынғансы берәй ауыр әйбер һалырға. Күберәк эшләһәгеҙ, бешкән рулеттарҙы туңдырғыста һаҡларға була.

 

Сығанаҡ һәм фото: Зөбәржәт Үтәрбаеваның рецептар төркөмөнән.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас