+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
17 Февраль 2023, 18:20

Тәмле “Сәскә” бәлеше

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 300 миллиграмм йылы һөт, 2 йомортҡа, 2 балғалаҡ ҡоро сүпрә, 80 грамм шәкәр ҡомо, 50 грамм көнбағыш майы, 50 грамм аҡ май (иретергә), ванилин (теләк буйынса), семтем тоҙ, 500 – 550 грамм он.

Тәмле “Сәскә” бәлешеТәмле “Сәскә” бәлеше
Тәмле “Сәскә” бәлеше

Эслек өсөн кәрәк: 300 грамм сәтләүек, 100 грамм шәкәр ҡомо, һары йәки аҡ май, 1 йомортҡа һарыһы һәм кунжут емештәре (теләк буйынса).

Бәлеште әҙерләү ысулы.

1. Йылы һөткә сүпрәне, тоҙҙо, майҙарҙы ҡушып болғатырға.
2. Шәкәр ҡомон йомортҡалар менән бер аҙ туғып, һөткә ҡойорға.
3. Иләнгән ондо ҡуша-ҡуша, йомшаҡ ҡамыр баҫырға.
4. Ҡамырҙы 1-1,5 сәғәткә йылы урынға ҡуйып торорға.
5. Эслек өсөн сәтләүекте (грек сәтләүеге менән арахисты) блендер менән ваҡларға, шәкәр ҡомо ҡушып болғатырға.
6️. Тәғәйен ваҡыт үткәс, ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлергә. 1-се ҡатты йәйеп, өҫтөнә шыйыҡ һары май һөртөргә. Эслектең яртыһын һалып тигеҙләргә.
7️.  2-се ҡатты ла шулай эшләргә. 3-сө ҡат менән ҡаплап, сит яғын тоташтырырға.
8️. Видеоны ҡарағыҙ,  шунан 16 тигеҙ өлөшкә бүлергә. Һәр икеһен 2 тапҡыр өйөрөлтөп, сәскә япраҡтары эшләп сығырға.
9️. 15 минутлап ял биргәс, бәлештең өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һылап, уртаһына кунжут емештәре һибергә.
10. 180 градус эҫелектәге мейестә 25-35 минут бешерергә.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас