

Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 стакан он, 1 стакан кефир, ярты балғалаҡ сода кәрәк.
Эслек өсөн 300 грамм фарш, шаҡмаҡлап ваҡлап туралған 2-3 башлы һуған, тәменә ҡарап тоҙ, борос алына.
Кефирға сода һалып, 5 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Унан ҡамырға тигән башҡа ингредиенттарҙы ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Форманы майлап, өҫтөнә он һибәбеҙ. Ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Ҡамыр өҫтөнә алдан әҙерләнгән эслекте йәйеп, тигеҙләп һалабыҙ ҙа ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ.
Хәҙер инде 170 градус эҫелектәге духовкала 40 минут бешереп алабыҙ. Әйткәндәй, был бәлеш өсөн үҙегеҙ теләгән төрлө эслекте ҡулланырға мөмкин.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Сығанаҡ: hakmar.ru
Фото: pigmine.ru