

Крем өсөн 1 литр һөт, 300 грамм шәкәр ҡомо, 5 аш ҡалағы он, тәменсә ванилин, 2 йомортҡа һарыһы алына.
Әҙерләү ысулы: йомортҡа һарыларын һыуыҡ һыу һәм аш һеркәһе менән яҡшылап болғатабыҙ. Артабан һыуытҡыстан алынған аҡ майҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ ҙә он менән бергә ҡул менән болғатабыҙ. Һуңынан йомортҡалы шыйыҡсаны ҡушып тиҙ генә ҡамыр баҫабыҙ, түңәрәк хасил итеп ҡуябыҙ. Әҙер ҡамырҙы һыуытҡысҡа бер сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Былай әҙер ҡамыр һыуытҡыста ике көн һаҡлана ала.
Һыуытҡыстан алынған ҡамырҙы 10 өлөшкә бүлеп 25-26 сантиметрҙағы йоҡа ғына йәймәләр йәйәбеҙ. Йәймәләрҙе алдан йылытып ҡуйылған газ мейесендә 190 градуста 5-6 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Крем өсөн тәғәйенләнгән ингредиенттарҙы бергә ҡушып ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Тик иғтибарлы булығыҙ, көйөп ҡуймаһын өсөн гел генә болғатып торорға кәрәк. 300 грамм аҡ май менән 100 грамм ҡуйыртылған һөт ҡушып ағарғансы туҡыйбыҙ ҙа, һыуынған массаға ҡушып болғатабыҙ.
Иң аҙаҡ һәр бер йәймә араһына крем һылап, тортты йыйырға ғына ҡала. Өҫтөнә корж валсыҡтары һибеп биҙәп ҡуябыҙ ҙа, 4-5 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ һәм фото: ejansura.ru