+30 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
23 Февраля 2023, 13:00

Һеҙ нисек ҡаҙҙы бешерәһегеҙ?

Ҡаҙҙы туңдырғыстан бер көн алдан сығарып, һыуытҡыста тотоп алырға. Аҙаҡ маринад менән мул ғына һылап, йәнә көн дауамында шулай тоторға (5 сәғәттән кәм булмаһын).

Һеҙ нисек  ҡаҙҙы бешерәһегеҙ?Һеҙ нисек  ҡаҙҙы бешерәһегеҙ?
Һеҙ нисек ҡаҙҙы бешерәһегеҙ?

Маринад өсөн түбәндәгеләр кәрәк буласаҡ: 3-4 аш ҡалағы көнбағыш майы, сама менән тоҙ, борос, тәмләткестәр (паприка, үләндәр), 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы гәрсис, ярты әфлисүн һуты (мөмкин лимон һуты).

Маринадланған ҡаҙҙың эсен алма һәм әфлисүн менән тултырып, теш таяҡсаһы ярҙамында ябырға, йә тегеп ҡуйырға.

Ҡаҙҙы бешерә торған  шыптырға  (рукав для запекания) урынлаштырып, ике яҡ осон яҡшылап бәйләп, 2 сәғәт ярым 180 градус эҫелектәге  мейестә  бешерергә. Бер аҙ торғас, шыптырҙы 2-3 урындан энә менән төртөргә кәрәк.
Ҡаҙ янына үҙегеҙ теләгән гарнирҙы бешерергә була.

Татлы, һутлы тултырылған ҡаҙ әҙер.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас