+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
25 Февраль 2023, 17:35

Ҡаҙаҡса бишбармаҡ

Һарыҡ итен, ҡаҙыны һәр береһен айырым бешерергә. Ит бешкән һурпаға тәм өсөн бер баш һуған төшөрөргә.

Ҡаҙаҡса бишбармаҡҠаҙаҡса бишбармаҡ
Ҡаҙаҡса бишбармаҡ

Аҙаҡ ул һуғанды алып, шул уҡ һурпала бер нисә картуфты бешереп алырға (теләһәгеҙ, һыуҙа бешерегеҙ). Аҙаҡ картуфты, итте алып, һурпаһын һөҙөргә, тоҙлоғон айырып алып, ярымтүңәрәкләп киҫелгән һуғанды бешерергә. Ҡалған һурпаға ҡаҙаҡса (һатыуҙа бар) һалманы төшөрөп, тиҙ арала бешереп алырға.

Йәйенке һауытҡа картуфты, шунан һалманы йәйеп һалырға, артабан уның өҫтөн ит киҫәктәре, ҡаҙы һәм дә тоҙлоҡта бешкән һуған менән биҙәргә. Өҫтәлгә ҡуйғанда, айырым кәсәләргә һурпаһын да ҡойоп бирергә онотмағыҙ.

Һәр табындың күрке булырҙай туҡлыҡлы ла, татлы ла бишбармаҡ рецебы шулайыраҡ.

Сығанаҡ, фото һәм видео: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас