+25 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
25 Февраля 2023, 08:30

Урама бешерәйек!

2 йомортҡаға 1 йомортҡа һарыһын, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, ярты аш ҡалағы шәкәр ҡомо, семтем тоҙ, он һалып ҡамыр баҫабыҙ.

Урама бешерәйек!Урама бешерәйек!
Урама бешерәйек!

Ондо аҙлап ҡына өҫтәп, ҡамырҙы 10-15 минут буйы баҫырға кәрәк. Шунан полиэтилен тоҡсайға һалып, 15-20 минут буйы ял иттерәбеҙ.
Һуңынан йоҡа итеп (1-2 мм ҡалынлыҡта) йәйәбеҙ. Йәйгәндә он ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Шунан 3-4 сантимер киңлектә таҫмалар киҫеп, ағас ҡашыҡ һабына урап, ҡайнар майҙа әйләндереп тороп бешерәбеҙ. Икенсе башын сәнске менән тотобораҡ тороға кәрәк. Әҙер урамаларҙы ҡағыҙ салфетка өҫтөнә ҡуя барабыҙ.
Һыуынғас, өҫтәренә шәкәр пудраһы һибәбеҙ.

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас