

Бешкән йомортҡаны ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сырҙы ла ҡырып, салат һауытына һалабыҙ. Самалап тоҙ, майонез һалып, йомортҡа менән сырҙы бутайбыҙ. Теләгегеҙ булһа, 1-2 бүлем иҙелгән һарымһаҡ ҡушығыҙ. Краб таяҡсаларын саҡ ҡына туңдырып, ҡырғыстан үткәрәбеҙ һәм айырым тәрилкәгә һалабыҙ.
Тәүҙә әҙерләгән массанан йомороҡастар яһайбыҙ. Эсенә сәтләүек йәки зәйтүн емеше һалырға мөмкин. Шунан ҡырғыстан үткәрелгән краб таяҡсаларында әүәләйбеҙ. Йәбешмәһә, устарығыҙҙа тағы ла бер тапҡыр әүәләгеҙ.
Рафаэллолар әҙер. Уларҙы һыуытҡысҡа ҡуйып торһаң да була, шунда уҡ табынға ултыртһаң да "йылп" итеп ҡаласаҡ.
Фото: vkusnogotovlu.