+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
26 Февраль 2023, 10:00

Гөбәҙиә

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 1стакан һөт (йылымыс), ярты стакан май, 1 ҡалаҡ майонез, ярты балғалаҡ тоҙ, 3 ҡалаҡ шәкәр ҡомы, ярты балғалаҡ  сода һәм 1 йомортҡа.

ҒөбәҙиәҒөбәҙиә
Ғөбәҙиә

Яҡшылап болғатабыҙ һәм әҙләп он һалып ҡамыр баҫабыҙ.

Эслек өсөн кәрәк буласаҡ: дөгө ярмаһы һәм емеште үҙегеҙсә самалап алығыҙ, 3 ҡалаҡ шәкәр ҡомы, 2-3 ҡалаҡ иретелгән  аҡ май (ауыл майы булһа, тағы ла тәмлерәк була). Барыһын бергә болғатабыҙ ҙа йәйелгән ҡамыр өҫтөнә һалабыҙ.

 Әйткәндәй, дөгө ярмаһы алдан тоҙ һалып бүртерелгән булырға тейеш.

Эслекте һалғас, ҡалған  ҡамырҙы йәйеп, өҫтөн ҡаплап, матурлап  бөгөп ҡуйырға.

180 градус эҫелектәге мейестә 30-40 минут бешә.

Бешеп сыҡҡас, ашар алдынан, ҡапҡасын асып, алдан иретелгән ярты стакан майҙы әҙләп кенә  бәлеш өҫтөнә ҡоябыҙ.

Сығанаҡ һәм видео: vk.com

Зөлфирә Мирзаянова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас