+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
27 Февраля 2023, 11:15

Иң файҙалы өс йәшелсә

“Жить здорово” программаһын алып барыусы Елена Малышева ғүмерҙе оҙайта торған өс ризыҡ хаҡында һөйләгән.

Иң файҙалы  өс йәшелсәИң файҙалы  өс йәшелсә
Иң файҙалы өс йәшелсә

Һүҙ ҡыҙыл һуған, кишер һәм петрушка хаҡында бара. Ҡыҙыл һуғанда флавоноидтар бар, уларҙы антиоксидант , тиҙәр. Был ферменттар насар матдәләргә  баш мейеһенә үтеп инергә мөмкинлек бирмәй икән. Кешене Альцгеймер ауырыуынан һаҡларға мөмкин.

“Ҡыҙыл һуған -  йәшелсәр араһында флавоноидтар һаны буйынса  чемпион”, –  ти Елена Малышева.

Киптерелгән кишер күҙәнәклеккә бай. Был эсәктәргә холестеринды һурырға ҡамасаулай һәм уны организмдан сығара. Петрушкала калий күп һәм уның был үҙенсәлеге ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә.

Шуға күрә ошо өс ризыҡты күберәк ашарға тырышырға инде.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас