+26 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
2 Марта 2023, 10:15

Тиҙ әҙер була торған торт

Әйҙәгеҙ, яҡындарыбыҙҙы тиҙ генә әҙер була торған тәмле торт менән һыйлайыҡ. Бының өсөн беҙгә бары тик һатыу печеньелары һәм крем ғына кәрәк буласаҡ.

Тиҙ әҙер була торған тортТиҙ әҙер була торған торт
Тиҙ әҙер була торған торт

Башта крем әҙерләп алайыҡ. 2 йомортҡа, 100 грамм шәкәр, 40 грамм он, 1 литр һөт, 100 грамм аҡ май кәрәк була. 

Табаға йомортҡа, крахмал һәм ондо һалып болғатабыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Болғатып торабыҙ. Ошонда уҡ һөттө өҫтәйбеҙ. 

Формаға печеньены теҙеп сығабыҙ ҙа мул итеп крем ҡоябыҙ. Ошо рәүешле өс ҡат эшләйбеҙ. Өҫтөнә ҡойоу өсөн шоколадты иретеп, үҫемлек майы ҡушып болғатабыҙ. 

Хәҙер әҙер тортты һыуытҡысҡа ултыртып торабыҙ. 1-2 сәғәттән табынға ҡуйырға ла була. 

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас