+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
3 Марта 2023, 09:30

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты

Зөбәржәт Үтәрбаеванан "Ҡыҙыл бәрхәт" торты рецебы:

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты"Ҡыҙыл бәрхәт" торты
"Ҡыҙыл бәрхәт" торты

Ингредиенттар: 330 грамм он, 300 грамм шәкәр, 150 грамм аҡ май, 150 грамм көнбағыш майы, 270 миллилитр кефир, 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 1 балғалаҡ сода, 1/4 балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы какао, 2 балғалаҡ ҡыҙыл төҫтәге аш буяуы.
Бөтә ингредиенттар ҙа йылымыс булырға тейеш.

Крем өсөн 700 грамм ҡаймаҡ (һарҡытылған, 20%), 300 грамм ҡуйы һөт (сливки, 33%), 150 грамм шәкәр пудраһы (мөмкин әҙерәк) алына.

Әҙерләү ысулы:
⃣Аҡ майҙы шәкәр, ванилин ҡушып ағарғансы туғырға.
⃣Берешәр йомортҡа өҫтәп яҡшылап туғырға.
⃣Көнбағыш майы ҡойоп болғатырға.
⃣Кефирға сода һалырға. Кефир күпереп китәсәк. Унан һуң ҡыҙыл буяуҙы ҡушып болғатырға.
5️⃣Ҡоро ингредиенттарҙы: ондо, какаоны, ҡамыр йомшартҡысты иләк аша үткәрергә.
6️⃣Ҡамырға ондо, кефирҙы алмашлап өҫтәй барып болғатырға.
7️⃣Ҡамырҙы 2 формала бешерергә. Форма бейек булһа, берәүҙә лә бешереп була.
8️⃣180-190 градуста 40-50 минут бешерергә (минең мейестә 1 сәғәткә яҡын ваҡыт эсендә беште).
9️⃣Бисквит һыуынғас, салафан төргәккә һалып, 3-4 сәғәткә (төнгөлөккә) һыуытҡысҡа оҙатырға.
Аҙаҡ крем менән биҙәп, тәмләп сәй эсергә.
Табындарығыҙ бәрәкәтле, мул булһын!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас