

Эслек өсөн ярты килограмм күрәгә, алма йә булмаһа кипкән еләк тә файҙаланырға мөмкин.
Йылымыс һөткә иретелгән аҡ май ҡушып, йомортҡа һытып, бер семтем тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, сөпрә һәм самалап он өҫтәп, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫығыҙ. Уны 2 сәғәткә ултыртып торорға кәрәк. Ит турағыс аша үткәрелгән күрәгәгә 2-3 ҡалаҡ шәкәр ҡушып болғатығыҙ. Йәймә йәйегеҙ һәм өҫтөнә әҙер эслекте тигеҙләп яғығыҙ. Ҡалған ҡамырҙан төрлө биҙәктәр яһап, бәлештең өҫтөн биҙәгеҙ. Духовкала яй утта ярты сәғәт самаһы бешә.
Сығанаҡ һәм фото: toratau.ru